-2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 01:02

"Аҡбуҙат"ты яратам

Үҙ ҡулдары менән йыйып эшләгән "Урал батыр" .

Калинин районы Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 122-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Дамир Сатаев 2 "А" класында уҡый. "Аҡбуҙат"тың яҡын дуҫы журналдың һәр яңы һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки, бында — мажаралы комикста, уның яратҡан геройы "Урал батыр" төрлө аждаһалар, дейеүҙәр, ҡурҡыныс йән эйәләре менән алышып батырлыҡ күрһәтә. Ә икенсе бер яратҡан шөғөлө был уҡыусының, елем ярҙамында йәбештереп эшләгән персонаж һындар. Үҙенә генә хас булған сәм, дәрт менән ул "эшкә" тотона. Бына беҙгә — "Аҡбуҙат"тарға бүләк итеп "Урал батыр"ҙы йыйып үҙенең фоторәсемен ебәргән. Рәхмәт, һиңә, уңыштар теләйбеҙ, Дамир дуҫ!
Читайте нас