Беҙ уҡыу йорттарындағы туҡланыу блоктарын системалы рәүештә яңыртабыҙ. Өс йыл эсендә 44 мәктәп ашханаһы йүнәтелгән, 321 мәктәп ашханаһы өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынған. Был йүнәлештә беҙ планға ярашлы барабыҙ - 2022 йылда 80 аҙыҡ-түлек блогын, ә 2026 йылға тиклем тағы ла 637 мәктәп ашханаһын йүнәтергә һәм ҡайтанан йыһазландырырға уйлайбыҙ.
Беҙ мәктәптәге туҡланыу системаһын ҡайтанан ҡараныҡ, операторҙар өсөн аныҡ шарттар һәм талаптар тыуҙырҙыҡ. Даими тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ҡағиҙә боҙоуҙар һәм ата-әсәләр яғынан ялыуҙар ярайһы уҡ кәмене. Ата-әсәләр үҙҙәре лә хәҙер балаларының нимә ашауын мәктәп сайттары һәм ата-әсәләрҙең шәхси кабинеты аша контролдә тота ала. Әммә сифатлы туҡланыуҙың төп күрһәткесе - ул, әлбиттә, балаларыбыҙ өҫтәлендәге буш тәрилкәләр.