+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2021, 17:40

Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!

18 декабрҙә «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсында һәм «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!

Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсында Башҡортостандың 32 район-ҡалаһынан 87 ғаилә ҡатнашты.

Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Йәш ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы. Осрашыуҙа ғаилә башлығы Айбулат Айсыуаҡ улы  ике балаһы менән ҡатнашты. Ирина Ринат ҡыҙы - хәләл ефете килә алмаған, сөнки уҙған аҙнала (7 декабрҙә) уларҙың ғаиләһендә улдары тыуған.

Мәләүез районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе «Алтын ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы. Зиннәт Низам улы менән Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы 50 йылдан ашыу бергә ғүмер кисерә, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ауыл тормошонда, шулай уҡ район сараларында ғаилә менән ҡатнашалар. Зиннәт Низам улы башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында күп тапҡырҙар Гран-при яулаған. Бөгөн дә ул йыйылыусылар алдында үҙ талантын күрһәтте. Каринэ Владимировна менән Ленара Хәким ҡыҙы уны яратып тыңланы. Ғаилә башлығы - атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ә Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы амбулатория фельдшеры.

Краснокама районынан килгән Маликов-Дербеневтар ғаиләһе «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы. Улар 28 бала тәрбиәләй, шуларҙың 23-ө - тәрбиәгә, 5-һе уллыҡҡа алынған. Аис Нәзиф улы умартасылыҡ менән шөғөлләнә, үҙенең пилорамаһы бар.

Бишбүләк районынан Сираевтар ғаиләһе «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеүсе булды. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар, самауырҙар йыялар. Ғәзиз Рифғәт улы менән Зөлфиә Дамир ҡыҙы 2020 йылда «Атай шишмәһе» проектында «Өлгө ал» конкурсында еңеү яулаған.

Саҡырылғандар араһында Ишембай районынан Гөлфәйрүз Абзалҡан ҡыҙы Исмәғилева һәм уның балалары бар ине. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы Ишбулды Миңлегәрәй улы тантанаға килә алмаған. Исмәғилевтар республика исеменән «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» округ конкурсында сығыш яһап, «Иң татыу ғаилә» номинацияһында еңеүсе булды. 20 йылдан ашыу улар ата-әсәлек бурысын үтәй - 14 бала тәрбиәләгәндәр, уларҙың 2-һе - туған.

Байрамға саҡырылған балалар өсөн әкиәт персонаждары менән яңы йыл тамашаһы ойошторолдо. Сәй табынында һәр кем ғаилә йолалары, мауығыуҙары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Сәй эскәндән һуң бүләкләү тантанаһы уҙҙы: таныҡлыҡтар, дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. 

 

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһын!
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: