Журналдың юбилейына арнап түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесек Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто медиа-директоры Айнар Байбулатов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Гүзәл Алмаева, баҫманың ветерандары Фәниә Айытҡолова, Мәрйәм Рәхмәтуллина, хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
- “Аҡбуҙат” – ул Башҡортостан Республикаһының иң төп баҫмаһы. Республиканы бар иткән халыҡтың кескәй
граждандарын тәрбиәләгән журнал балаларҙа, уларҙың ата- әсәләрендә милли рух, әҙәбиәткә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү
тәрбиәләй, - тине сараны асып “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында Лариса Хашим ҡыҙының баш мөхәррир эшмәкәрлеген юғары баһалап, уның етәкселегендә журналдың яңы һулыш алыуын билдәләне, был йылдың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ырыуҙар йыйыны менән әһәмиәтле булыуы, “Аҡбуҙат”тың был йәһәттән Ҡоролтай менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.
- “Аҡбуҙат” – милләтебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы үҫтереүсе журнал. “Аҡбуҙат” журналын уҡып үҫкән бала артабан “Башҡортостан” гәзитен дә уҡыясаҡ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Марат Ғәзизов үҙ сиратында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бар хеҙмәткәрҙәре исеменән журналды 30 йыллығы менән тәбрикләне.
- Был сараның тап Республика ата-әсәләр форумы менән бергә ойошторолоуы ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки журнал балалар өсөн сыға. 30 йыл кеше ғүмере өсөн өлгөрөп еткән ваҡыт кеүек, баҫмалар өсөн сағыштырмаса аҙ кеүек, шулай ҙа “Аҡбуҙат” “бала ғына” булыуына ҡарамаҫтан, әллә нисәмә быуын тәрбиәләп өлгөргән. Журналдың беренсе һандарын уҡығандарҙың хәҙер килеп балалары “Аҡбуҙат”ты уҡый, - тине Марат Әсхәт улы. Ул был журналда үҙ эшен яратҡан, уға мөккибән киткән кешеләрҙең тир түгеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, журналдың ветерандарына, хеҙмәктәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ысынлап та, “Аҡбуҙат” – үҙенсәлекле лә, үтә әһәмиәтле лә баҫма, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ: бөгөн ошо балалар журналын алдырған кескәй кеше киләсәктә – “Аманат”ты ла, “Ағиҙел”де лә, “Шоңҡар”ҙы ла, төп милли баҫмабыҙ булған “Башҡортостан” гәзитен дә һәм башҡа милли баҫмаларҙы ла уҡыясаҡ, - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостан Журналистар Союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, - Республикабыҙ балалары өсөн шундай кәрәкле һәм зауыҡлы баҫманы әҙерләп сығарып, һеҙ ысынында, беҙҙең өсөн дә уҡыусылар әҙерләйһегеҙ. Милләтебеҙҙең киләсәге тап һеҙҙең журнал менән бергә үҫә, тәрбиә ала. Иманым камил: “Аҡбуҙат”ты уҡыған бала рухһыҙ ҙа, телһеҙ ҙә, киләсәкһеҙ ҙә булмаясаҡ!
Байрамға йыйылғандарҙың барыһы ла ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны, журналға ҡарата йөрәк түрендәге йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
“Аҡбуҙат” журналына яҙылыу ҙа ойошторолдо, өйҙәренә баҫманы алдырырға ҡарар иткәндәр араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Төп бүләк – микротулҡынлы мейес Стәрлебаш районынан Люциә Фәйзуллинаға эләкте. Журналға яҙылыу тигәндән, был йәһәттән дә һуңғы арала ҙур эш башҡарылған: бер йыл эсендә “Аҡбуҙат”тың тиражы бер меңгә артҡан.
“Аҡбуҙат” журналы рәссамдарға бай. Мая Ҡәйүмова, Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Ирина Әхмәҙуллина, һәм башҡалар – уларҙың барыһы ла журнал сыға башлағандан алып оҙаҡ йылдар дауамында “Аҡбуҙат”тың биттәрен сағыу һүрәттәре менән биҙәгән оҫталар. Уларҙың эштәренән Конгресс-холлдың фойе залында күргәҙмә ойошторолдо. Күргәҙмә бынан 30 йыл элек журнал өсөн эшләнгән иллюстрацияларҙан тороуы менән дә әһәмиәтле ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың был күргәҙмә, һүрәттәр менән шәхсән танышыуы байрамға уғата мәртәбә өҫтәне.
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренең эштәре юғары баһаланды – Гөлнара Мостафина “Мәғариф отличнигы” дәрәжәһенә, Мая Ҡәйүмова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы дипломына, Миңлегөл Тайсина “Башҡортостан республикаһы” нәшриәтенең, Яҙыусылар Союзының Почет Грамотаһына, Айгөл Ғәбитова, Миләүщә Ғәйфуллина Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Почет грамотаһы, Рәхмәт хатына лайыҡ булды. “Башҡортостан республикаһы” нәшриәте хеҙмәткәрҙәрҙе шулай уҡ Рәхмәт хаттары менән ҡыуандырҙы.
“Аҡбуҙат” журналында ете йыл эшләгән, әле лә булһа тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән рәссам Сулпан Билаловаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да, нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды.