+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 21:29

Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды

Еңеүселәр араһында "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәре, бүлек мөдире, шағир Айгөл Йәмилева-Ғәбитова ла бар.

Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды
Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды

"Шоңҡар" республика йәштәр журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд үткәргән "Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын" республика йәш әҙәбиәтселәр конкурсына йомғаҡ яһалды.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижадханаһында үтте.

Март айынан ноябргә тиклем конкурста ҡатнашҡан йәш ҡәләм әһелдәренең әҫәрҙәре "Шоңҡар" журналында донъя күрә килде.

Еңеүселәр ике номинацияла - "Шиғриәт" һәм "Сәсмә әҫәр" жанрында билдәләнде.

Шағирҙар араһында өсөнсө урынға Зарина Бағышаева, икенсе урынға Айгөл Йәмилева-Ғәбитова лайыҡ булһа, беренсе урынды Илгиз Ишбулатов алды. 

Сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында өсөнсө урынға Айбулат Сәсәнбаев, икенсе урынға Рәзинә Урманшина сыҡты, беренсе урынды Заһиҙә Мусина яуланы.

"Шиғриәткә, башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсәлекле фигураһы Мостай Кәримгә булған эскерһеҙ һөйөү-ихтирамым өсөн бүләк булараҡ ҡабул итәм был еңеүемде", - тип тәьҫораттары менән бүлеште журналыбыҙ хеҙмәткәре Айгөл Йәмилева-Ғәбитова.

 

Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды
Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды
Йәш яҙыусыларҙың ижады баһаланды
Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: