Белешмә
Беренсе тапҡыр «Аҡмулла диктанты» халыҡ-ара акцияһы 2020 йылдың декабрендә уҙҙы. Унда АҠШ, Төркиә, Украина, Корея, Мексика, Италия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙахстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән 17 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты. Рәсәй төбәктәре лә әүҙем ҡатнашты. Брянск, Владимир, Волгоград, Вологда, Иваново, Калининград, Ырымбур, Силәбе, Мәскәү һәм башҡа өлкәләр, Саха (Якутия), Тыва, Татарстан республикаһы, Удмурт республикаһы, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан диктант яҙҙылар.