-17 °С
Ясна
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 13:21
Рәссамдарыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Бәләкәстәрҙең яратҡан “Аҡбуҙат”ы быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Рәссам Майя Ҡәйүмова “Аҡбуҙат”та журнал сыға башлағандың тәүге көндәренән эшләй. Даими рәссам авторҙарыбыҙ Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Артур Василов, Ирина Әхмәҙуллина, Салауат Ғиләзетдинов, Лиана Әхмәтйәнова, Дамир Мөхәмәтйәнов, Рида Мөхәмәтшина һәм башҡалар журналды нәҡ балалар журналы итеүгә күп көс һала. Улар төшөргән сағыу һүрәттәр аша баланың донъя менән танышлығы башлана, әкиәт-шиғырҙарҙы тыңлауға ҡыҙыҡһыныуы уяна, уҡырға теләге арта. Журналға ҡағылышы булған һәр рәссамды һөнәри байрамдары – Халыҡ-ара рәссамдар көнө менән ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙҙа именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ! "Аҡбуҙат" менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт!
Рәссамдарыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Рәссамдарыбыҙға рәхмәт!
Автор:
Гульнара Мустафина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"