+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 16:05

Указға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Указға үҙгәрештәр индерелде
Указға үҙгәрештәр индерелде

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ үҙизоляция режимы COVID-19 диагнозы раҫланған йәки был сиргә шик булған кешеләр, шулай уҡ улар менән аралашҡандар өсөн билдәләнә. Әгәр сир билдәләре юҡ икән, аҙаҡҡы алты айҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияның тулы курсын үткәндәргә йәки һуңғы ярты йылда COVID-19 менән ауырыған кешеләргә был талап ҡағылмай.

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы, пассажирҙар ташыу менән шәхси шөғөлләнеүселәр һәм такси хеҙмәттәре, дезинфекциялаусы препараттар ҡулланып, тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр пассажирҙар салонын эшкәртергә, шулай уҡ пассажирҙар салоны иҙәнен еүешләп таҙартырға тейеш.

Тимер юл, авто- һәм аэровокзалдарҙа, аэропорттарҙа, йылға порттарында кеше ҡулы ҡағылған урындарҙы тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр эшкәртергә, иҙәнде йыуырға кәрәк.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең граждандар персоналы коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүен йәки һуңғы алты айҙа ковид менән сирләүен хәрби-медицина ойошмаһында бирелгән ҡағыҙ сертификатты (белешмәне) күрһәтеп раҫлай ала.

Балалар өсөн уйын бүлмәләренең (балалар күңел асыу үҙәктәренең) эшмәкәрлеге рөхсәт ителә. Унда паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документы, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификаты, йә һуңғы ярты йылда ковид кисереү хаҡында белешмәһе, йә булмаһа вакцинация яһатырға ярамау хаҡында белешмәһе (ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән бергә) булғандар ғына индерелә. Был ҡағиҙә 18 йәшкә тиклемге балаларға ҡағылмай.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: