+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 11:47

Телгә һөйөү бала саҡтан башлана

Бала үҙ телендә матур итеп һөйләшһен өсөн, иң беренсе үҙ теленең матурлығын танып күрә белергә тейештер...

Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан башлана

Туған тел һәр кем өсөн ҡәҙерле. Беҙгә лә һәм минең бәләкәй тәрбиәләнеүселәремә лә башҡорт теле бик ҡәҙерле, сөнки беҙ башҡорт төркөмөнә йөрөгән, башҡорт телендә һөйләшкән башҡорт балалары. Башҡорт теле бик бай, моңло, матур, яғымлы тел ул! Шундай беҙҙең матур телебеҙ икәнен һәр саҡ төшөндөрөп торам. Ә бит телдең нескәлектәрен белеү, һаҡлау, һәр ваҡыт башҡортса һөйләшеү мотлаҡ. Һәр кем үҙенең телен яҡшы белергә тейеш, үҙ телендә һөйләшеү үҙе бер бәхет. Телгә һөйөү ғаиләнән, бала саҡтан башлана. Телебеҙҙе өйрәтеү, һөйөү тәрбиәләү ата-әсәләрҙең дә, беҙҙең дә бурысыбыҙ. Бала үҙ телендә матур итеп һөйләшһен өсөн, иң беренсе үҙ теленең матурлығын танып күрә белергә тейештер. Башҡорт телен үҫтереү маҡсатында төркөмөбөҙҙә лә башҡорт йырҙарын йырлап, шиғырҙарын ятлап, халыҡ уйындарын уйнап, башҡорт әкиәттәрен ҡарайбыҙ, төркөмөбөҙгә яратҡан журналдарыбыҙ "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдарын алдырабыҙ. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Милли традициялар, байрамдар менән таныштырыу маҡсатында төрлө саралар үткәрәбеҙ. Мин үҙем дә башҡорт телен яратам, ихтирам итәм, шуға күрә минең маҡсатым: балаларым менән башҡорт телендә һөйләшергә, уны яратырға өйрәтеү. Телебеҙ һүрелмәһен, телебеҙ йәшәһен!
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы, икенсе кескәйҙәр төркөмө.

Тәрбиәсеһе Әүәлбаева Көнһылыу Ғаҡиф ҡыҙы.

Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан  башлана
Телгә һөйөү бала саҡтан башлана
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: