+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 22:31

Республикала Башҡорт теле аҙналығы башлана

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә.

Республикала Башҡорт теле аҙналығы башлана
Республикала Башҡорт теле аҙналығы башлана

Ошо айҡанлы иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле була, «Ете аҙым» концепцияһына берләштерелә, бөйөк Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыла. 

Марафон 7 декабрҙә башлана. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла бара һәм был Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итә. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана:

7 декабрҙә – «Башҡорт теле – иманлы тел»,

8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»,

9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле»,

10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел»,

11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел»,

12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле»,

13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

Башҡорт теле аҙналығының төп саралары – «Без башҡортлар» рок-башҡарыусылары ҡатнашлығындағы кисә; «М.Аҡмулланың аҡ юлы» әҙәби кисәһе; әүҙем башҡорт йәштәре өсөн «Йомробаш» интеллектуаль уйыны; Башҡортостандың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы; «Телгә бәйле... » старт-сессияһы;  Ғафури районында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу һәм «Дан юлдар үткән уҙамандар» тигән темаға түңәрәк өҫтәл; Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телендә «Кубоктар лигаһы» КВН финалы; башҡорт телендә «Әсәм теле – сәсән теле» шиғри бәйгеһе; Аҡмулланың 190 йыллығына арналған байрам концерты.

Миәкә районында М.Аҡмулла исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы була.

14 декабрҙә Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу, башҡорт мәғрифәтсеһе стипендиаттарына дипломдар тапшырыу, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы, «Башҡорт теле – яңы ҡараш» башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проекттары менән таныштырыу, йәштәр өсөн «Ритайым», һәр районда башҡорт теле кисәләре ойошторола.

Белем биреү ойошмаларында башҡорт телендә Мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы көнө; Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы һәм башҡа саралар үткәрелә.

Башинформ мәғлүмәт агетлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: