«Бөгөн информатикаға ҡағылышы булған кешеләр һөнәри байрамдарын билдәләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, был көн республикала тыуып үҫкән талантлы кешеләрҙең береһе - Бәшир Рәмиевтың исеме менән туранан-тура бәйле. 1948 йылдың 4 декабрендә ул һәм Исаак Брук, ул ваҡытта бөтөн кешегә лә аңлашылып етмәгән «Автоматик һанлы электрон машина» уйлап табып, теркәйҙәр.
Һуңынан, бер нисә йылдан һуң, Бәшир Рәмиев беренсе совет компьютерын — «Стрела»ны барлыҡҡа килтерә. Тағы ла һуңыраҡ — танылған «Урал» иҫәп-хисап машиналарын. Уның асыштары шулай уҡ Совет оборона һәм космик программаларында киң ҡулланыла.
Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1918 йылдың 1 майында Баймаҡ районында тыуған. Техник фәндәр докторы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, Сталин премияһы һәм СССР ВДНХ-һының алтын миҙалы менән бүләкләнә. 1955 йылдан алып 1968 йылға тиклем, Бәшир Рәмиев Пензала йәшәй, математика машиналары ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер - «Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы) эшләй.
Пензала уның хөрмәтенә урам аталған һәм "Рәмиев" технопаркы булдырылған.
Өфөнөң 450 йыллығына арналған кәңәшмәлә әле беҙ булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләгән математика лицейын Бәшир Искәндәр улы Рәмиев хөрмәтенә атарға тәҡдим ителде. Һеҙҙең фекерегеҙҙе белеү ҡыҙыҡ булыр ине.