Бөгөн 3 декабрь— Билдәһеҙ һалдат көнө.
Бик күп яугирҙәр аяуһыҙ һуғыш ҡырҙарында һәләк булып ҡалдылар, туғандар ҡәберҙәренә ерләнделәр. Шул уҡ ваҡытта бихисап һалдаттар билдәһеҙ юғалдылар, алдарында баш эйергә, сәскәләр һалырға ҡәберҙәре лә юҡ... Ләкин уларҙың батырлыҡтарын,ҡаһарманлыҡтарын бер кем дә онотмай. Бөгөнгө көндә бөтә Рәсәйҙә халыҡ обелисктарға барҙы. Беҙҙең Яңы Монасип башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла билдәһеҙ һалдаттар иҫтәлегенә ауылдағы обелискка барып, сәскә һалдылар. Илебеҙ тыныс булһын, ундай һуғыштарҙы башҡа күрергә яҙмаһын.