+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 22:47

Учалыла “Диктор тауышы” республика асыҡ конкурсы үтте

Ул Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.

Учалыла “Диктор тауышы” республика асыҡ конкурсы үтте
Учалыла “Диктор тауышы” республика асыҡ конкурсы үтте

 Төрлө райондарҙан 81 уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусыларға төп талап - журналист маһирлығын, дикторлыҡ һәләтен күрһәтеү ине. Уларҙың 18-ҙе финалға сығып, 4 беренсе урын билдәләнде, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының дипломдарына һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булдылар. Еңеүселәр:

Сибай ҡалаһы балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Мәхмүтов, Учалы районы Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейының 11-се класс уҡыусыһы Лениза Шәйхитдинова, Өфө ҡалаһы 161-се лицейының 3-сө класс уҡыусыһы Арыҫлан Ҡырымсурин, Әлшәй районы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 8-се класс уҡыусыһы Байрас Сәләмов.

Конкурста ҡатнашыусылар Яңы Байрамғол ауылында Ә.М.Мортазиндың тыуған ауылында һәм уның музейында булып, легендар дикторҙың ижады, тормош юлы менән тәрәндәнерәк танышты. Киләһе йыл конкурс даирәһе тағы ла киңәйһен, туған телендә һөйләүсе йәш дикторҙар конкурсы яңы исемдәр асһын!

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: