+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 15:38

САМОКАТ ЕҢЕҮСЕГӘ БАРЫП ЕТТЕ!

Әсәйҙәр көнө уңайынан иғлан ителгән видеоконкурстың еңеүсеһе Азалия ИСЛАМҒОЛОВА ҙурайғас кем булырға хыяллана? 

САМОКАТ  ЕҢЕҮСЕГӘ БАРЫП ЕТТЕ!
САМОКАТ ЕҢЕҮСЕГӘ БАРЫП ЕТТЕ!

Әсәйҙәр көнө уңайынан “Аҡбуҙат” журналы Интернет селтәрендә видеоконкурс иғлан иткәйне. Утыҙҙан ашыу кескәй дуҫыбыҙ әсәйҙәр тураһында шиғыр ятлағанын яҙҙырып береһенән береһе матур видеояҙмалар ебәрҙе.

Еңеүселәр тауыш биреү ысулы менән билдәләнде. Сәмле ярышта Күмертау ҡалаһынан Азалия ИСЛАМҒОЛОВА 1-се урынға сыҡты.

Азалия 3-сө класта белем ала. Атаһы Илшат Хөснөтдин улы һөйләүенсә, ул балалар баҡсаһына йөрөгән мәлдән алып бик тырыш була.

“Баҡсала уҡ инглиз теле менән ҡыҙыҡһынып дәрестәргә йөрөй башланы, шуға күрә беҙ уны инглиз теленә баҫым яһалған 1-се ҡала мәктәбенә бирҙек. Әлеге мәлдә тик “бишле” билдәләренә өлгәшә”, - ти ул.

Азалия һүрәт төшөрөү менән дә мауыға икән, ҡала һынлы сәнғәт мәктәбендә лә шөғөлләнә.

Бейеүгә лә битараф түгел. Шуғалырмы, бәләкәйерәк ваҡытында Азалия “Ҙурайғас, кем булаһың?”  тигән һорауға “Мин балерина-стоматолог булам” – тип яуаплаған.

Атанан күргән – уҡ юнған, әле Азалия атаһы кеүек теш табибы булырға хыяллана.

Эшһөйәр, илгәҙәк ҡыҙ төрлө мәктәп ярыштарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.

Азалияны сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!  

 

САМОКАТ  ЕҢЕҮСЕГӘ БАРЫП ЕТТЕ!
САМОКАТ ЕҢЕҮСЕГӘ БАРЫП ЕТТЕ!
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: