+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 15:40

Наумовкала заманса китапхана асылды

Ул ғаиләнең яратҡан урынына әйләнер, ахырыһы.

Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында заманлаштырылған китапхана асылды. Был райондағы «Мәҙәниәт»милли проект сиктәрендә модернизацияланған беренсе китапхана.

Наумовка ауылында йәш ғаиләләр күп йәшәй. Шуға ла китапхана ғаиләнең яратҡан урынына әүерелер, моғайын. Заманса китапханала һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл һәм илһам таба ала: “Балалар майҙансығы”, “Кино залы”, “Ижади оҫтахана”, “Ваҡиғалар майҙаны” һ.б. Унда оҫталыҡ дәрестәре, ижади кисәләр, үҫтереүсе дәрестәр ҙә үтәсәк. “Ғаилә менән китап уҡыйбыҙ” фотокүргәҙмәһенә ауылдың архив рәсемдәре яңыртып ҡуйылған. 

Милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге арҡаһында, донъяның төрлө телдәрендә биш миллиондан артыҡ электрон китап бар. Әҙәбиәт фонды яңы баҫмалар: һүҙлектәр, белешмәләр, энциклопедиялар, интерактив китаптар, классика һәм нәфис әҙәбиәт менән тулыланған.

Тауыш яҙҙырыу студияһында йырлап, үҙ йырҙарыңды яҙҙырырға, аҙаҡ уны программа ярҙамында мөхәррирләргә, йәки фото һәм видеоредакторҙа эшләргә, үҙ графикаңды уйлап табырға, дизайн, төҫ менән эшләргә өйрәнергә мөмкин.

Китапхана мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә уңайлы.

Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Наумовкала заманса китапхана асылды
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: