Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театры премьераға әҙерләнә. Режиссер Илшат Мөхөтдинов аутизм менән сирле бала тәрбиәләгән ғаиләләр хаҡында пьеса сәхнәләштерә.
Спектакль Виктория Емелеваның документаль әҫәренә нигеҙләнә. Сәхнә варианты өсөн Виктория башҡорт ғаиләләре менән аралашҡан. “Беҙ мөхәббәт тураһында һөйләбеҙ”, - ти ул.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров спектаклдә төп ролде башҡара. “Аутизм сирле балалар тураһында күптәрҙең ишеткәне лә юҡ. Беҙҙең маҡсат – эргәбеҙҙә ошондай кешеләр барлығы хаҡында белдертеү”, - ти актер.
Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә ҡуйыла. Премьера 2 декабргә билдәләнгән.
bash.news