+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2021, 15:13

Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылайыҡ!

Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын ятлап видеоға төшөргә һәм яҙманы социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк.

Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылайыҡ!
Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылайыҡ!

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы республика баҫмаларында эшләгән журналистарҙы яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө уңайынан флешмобҡа саҡыра.

Уның сиктәрендә башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын ятлап видеоға төшөргә һәм яҙманы социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк.

Акция 1 декабрҙән 14 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Видеояҙма 1 минуттан да артмаҫҡа тейеш.

Хэштегтар: #башҡорттелекөнө2021марафон #смирб

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: