+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 08:58

Ҡурайҙа уйнаусы рус ҡыҙы

Ҡурай моңона һөйөү ҡасан тыуған икән? Ниңә нәҡ ҡурай? 

Ҡурайҙа уйнаусы рус ҡыҙы
Ҡурайҙа уйнаусы рус ҡыҙы

Яҙасаҡ уҡыусымдың исеме – Агния. Эйе рус шағирәһе Агния Барто кеүек, тик фамиляһы – Таболина. Агния Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһында 3А класында уҡый. 2-се кластан башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ музыка мәктәбендә ҡурайҙа уйнау серҙәренә лә төшөнә.

“Беренсе тапҡыр ҡурай моңон Агния балалар баҡсаһына барған саҡта машинала ишетте, – ти уның әсәһе. – Шунан башлап ул һәр саҡ ҡурай моңон ҡуйыуыбыҙҙы һорай башланы. Беҙҙең ғаиләлә музыканттар юҡ, тик оло олатаһы менән оло өләсәһе генә гармунда уйнаған".

Музыка мәктәбенә уҡырға урынлашҡанда, педагогтар Агнияға флейта, ҡылҡубыҙ, фортепьяно класында уҡырға тәҡдим итәләр, ләкин ул ҡурай класын һайлай. Агния башҡорт моңон тыңларға, башҡорт әкиәттәрен, эпостарын уҡырға ярата. “Аҡбуҙат” спектаклен 5-6 тапҡыр ғына ҡарағанбыҙҙыр", – ти әсәһе. “Ни өсөн ҡурай?" – тигәнгә, Агния, ҡурай моңо күңелемдә аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар тыуҙыра, тип яуаплай.

Спектаклде ҡарағандан һуң, Агния әсәһен “Аҡбуҙат” журналына яҙылырға һорай, киләсәк 2022 йылға ла журналға яҙылғандар улар.

 

Садыҡова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы,

башкорт теле уҡытыусыһы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: