+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 11:55

Тырыш ҡыҙ Аиша

Ул гимназияла уҙған барлыҡ сараларҙың уртаһында!

Өфө ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы орденлы А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһында ниндәй генә саралар уҙмаһын, Аиша Дәүләтшина шуларҙың уртаһында! Әүҙем ҡыҙ яҡшы уҡыуы, алсаҡлығы, ябайлығы менән үҙенә йәлеп итеп тора. Аиша былтырғы уҡыу йылында башҡорт теленән район буйынса Регион–ара олимпиадаһында еңеүсе, Ю.Гагарин исемендәге Республика олимпиадаһында башҡорт теле буйынса район этабында призер булды. Аиша шиғырҙар конкурсында ла ҡатнаша, бейеү түңәрәгенә лә йөрөй, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә лә үҙен һынатмай.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: