+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 15:10

Мәктәптәр төҙөлөүен дауам итә

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 11548 урынлыҡ 31 мәктәп, 7953 урынлыҡ 46 балалар баҡсаһы төҙөлгән.

Мәктәптәр төҙөлөүен дауам итә
Мәктәптәр төҙөлөүен дауам итә

Унан тыш булғандары төҙөкләндерелә, капиталь ремонт үткәрелә, был тағы ла мәктәптәрҙә – 2667 һәм балалар баҡсаларында 2842 өҫтәмә урын тигән һүҙ.

Нефтекамала 1225 урынға иҫәпләнгән, бөтә уңайлыҡтары булған заманса мәктәп төҙөлөшө тамамланыу бөтөү өҫтөндә. Ҡалала ул иң ҙуры буласаҡ һәм 2022 йылдың 1-се кварталында балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡ та инде. Һәм нимәһе мөһим: мәктәп йәш ғаиләләр күпләп йәшәгән биҫтәлә урынлашҡан.

Өфө районының Миловка ауылында, шулай уҡ Учалы, Хәйбулла, Дыуан, Баймаҡ райондарында, Өфөлә, Белоретта төҙөкләндереү һәм төҙөлөш эштәре дауам итә. Ошондай темп менән барыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ихтыяж ҙур, шуға ла социаль йүнәлешле төҙөлөш сәйәсәте артабан да үҫтереләсәк, тип белдерә Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: