+16 °С
Дождь
VK
Яңылыҡтар
29 Ноября 2021, 06:08

"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта

Өфө ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы орденлы А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһы уҡыусылары шағирә, тәржемәсе, журналист, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән осрашты.

"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта

 Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусыларға “Аҡбуҙат” журналы, уның бик күп ҡыҙыҡлы рубрикалары, унда ойошторолған конкурстар тураһында һөйләне.

Шағирә шулай уҡ уҡыусыларҙың бик күп төрлө - тормош юлы, ижады, көндәлек тормошона бәйле булған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Уҡыусыларға был ябай булмаған дәрес-осрашыу бик күп ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, күңелдәренә хуш килде. Шағирә апайҙары менән тағы ла осрашыу теләге менән илһамланып хушлаштылар.

"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
"Аҡбуҙат" журналы - 3-сө гимназияла ҡунаҡта
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас