+25 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2021, 23:03

Әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ!

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы "Ләйсән" балалар баҡсаһының өлкән башҡорт "Бал ҡорттары" төркөмө балалары һәм тәрбиәселәре: Күҙәшева Рәсилә Минислам ҡыҙы, Мөхәмәдйәнова Эльзина Илюс ҡыҙы һәм тәрбиәсенең ярҙамсыһы Ҡәҙербаева Регина Шәһит ҡыҙы әсәйҙәрҙе Әсәйҙәр көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай. Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә ижади уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын!Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул. Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

Әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ!
Әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ!

"Әсәй" тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: