+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 14:31

"Тирмәкәй.ру" медиастудияһында - "Аҡбуҙат" журналы

Кескәй дуҫтарыбыҙ яратҡан журналдары тураһында шундай матур тапшырыу эшләгән. Тапшырыуҙы ҡарап, "Аҡбуҙат" тураһында күп нәмә белерһегеҙ.

"Тирмәкәй.ру" медиастудияһында - "Аҡбуҙат" журналы
"Тирмәкәй.ру" медиастудияһында - "Аҡбуҙат" журналы

Ә һеҙ беләһегеҙме, Сибай ҡалаһының "Тримәкәй" балалар баҡсаһының үҙ медиастудияһы бар! Ул Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә барлыҡҡа килгән.
Бер төркөм тәрбиәселәр һәм балалар ҡатнашлығында башҡорт телен пропагандалау, башҡорт телен өйрәнергә теләк, ҡыҙыҡһыныу уятҡан төрлө тапшырыуҙар төшөрәләр. Үҙҙәренең эмблемаһын, тапшырыуҙың фонын, көйөн уйлағандар, костюмдар тектергәндәр, декорация әҙерләгәндәр. 

"Аҡбуҙат" журналы буйынса ла тапшырыу төшөргәндәр улар. Тәрбиәселәр балаларҙы матбуғат менән шулай бәләкәй саҡтарынан таныштырып бара. Журнал биттәрендәге шиғыр-әкиәттәрҙе  уҡыйҙар, бирелгән уйындарҙы уйнайҙар, башватҡыс, ребустарҙы сисәләр, эксперименттарҙы эшләйҙәр. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: