+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 08:46

Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте

"Шалҡан ябай түгел, эсе тулы кәнфит ине..."

Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте

Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә Әсәйҙәр байрамы үтте.

Балалар сарала "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштергән.

"Балалар әкиәттең йөкмәткеһен түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткерҙе, ролдәрҙе матур башҡарҙылар.

Әкиәт барышында  "Макаронды теҙ" һәм "Көн менән төн" уйынында ярыштылар.

Байрам ваҡытында күңелле бейеүҙәр, йырҙар яңғырап торҙо.

Ә һуңынан беҙҙең шалҡанды тартып сығарғанда, уның ябай булмағаны асыҡланды, эсе тулы кәнфит ине.

Был мөғжизәле байрам барыһыныңда иҫендә ҡалды", - ти тәрбиәсе Гөлфиә Шәрипова һәм музыка етәксеһе Алина Лоҡманова. 

Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы үтте
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: