+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 18:16

Башҡортостанда Яңы йыл иртәлектәренә инергә рөхсәт ителә...

... тик  QR-код менән генә. 

Башҡортостанда Яңы йыл иртәлектәренә инергә рөхсәт ителә...
Башҡортостанда Яңы йыл иртәлектәренә инергә рөхсәт ителә...

Башҡортостанда ата-әсәләр балалар баҡсаларында ойошторолған яңы йыл иртәлектәренә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинацияның тамамланыуын раҫлаған QR-код, йәки ауырыуҙы үткәреүҙе раҫлаған QR-код менән генә инергә мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.

Республикала мәктәпкәсә учреждениеларҙа яңы йыл саралары һәр төркөм өсөн айырым уҙғарыла. Санитар талаптарҙы үтәү мотлаҡ.

Аниматорҙарға, артистарға, фотографтарға һәм башҡа сит кешеләргә байрамда ҡатнашырға рөхсәт ителмәй.

Байрам саралары үткәрелгән урындарҙа ҡатнашыусылар араһында социаль арауыҡты һаҡларға, тәнәфестә бүлмәләрҙе елләтергә, балалар баҡсаһына килгән һәр кемдең температураһын үлсәргә кәңәш бирелде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: