+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 16:53

Бөгөн саха-яҡуттар Олонхо көнөн билдәләй

Нимә ул "Олонхо"  һәм нимәһе менән әһәмиәтле?   

Бөгөн саха-яҡуттар Олонхо көнөн билдәләй
Бөгөн саха-яҡуттар Олонхо көнөн билдәләй

Олонхо  — ул саха халҡының героик эпосы.

10 000—20 000 (һәм унан да күберәк) шиғыр юлынан торған олонхо риүәйәтсе һәм сәсәндәр тарафынан һөйләнә. 2005 йылда ЮНЕСКО олонхоны «кешелектең материаль булмаған мираҫы һәм телдән һөйләнгән матур әҫәре» тип иғлан итте. Шуның хәрмәтенә йыл һайын 25 ноябрҙә Саха-Яҡут республикаһы Олонхо көндәрен билдәләй. 

Иң оҙон олонхо ете төн буйы һөйләнә. Киң билдәле олонхо саха «Дьурулуйар Ньургун Боотур». (lang-en|«Nyurgun Bootur the Swift») 36 000 шиғыр юлынан тора.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: