+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 17:44

Табиптар батырлығы

Санитар поездары бер-бер артлы елә. Табиптар хәлдән тайғансы тәүлектәр буйына яралыларҙы ҡабул итә...

Табиптар батырлығы
Табиптар батырлығы

1941 йылдың 22 июнендә Германия Советтар Союзына һөжүм итә, ике көндән Башҡортостандың бар ойошмалары һәм предприятиелары хәрби режимға күсә.

Дауаханалар һәм санаторийҙар, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, институттар, училишелар госпиталдәргә әүерелә.

Санитар поездары бер-бер артлы елә. Яраланғандарҙы тиҙ генә ҡабул итәләр, ҡырындыралар, таҙарталар...

Яугирҙарға операциялар эшләйҙәр, уларҙы тиҙерәк сафҡа ҡайтарырға тырышалар.

Табиптар, шәфҡәт туташтары, ҡалған хеҙмәткәрҙәр - барыһы ла хәлдән тайғансы эшләй: кешеләр етмәй.

Ғөмүмән, етмәгән нәмә күп - дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, бинттар, карауаттар, һауыт-һаба.

Ас, ахыр сиккә еткән табиптар тәүлектәр буйына ҡайтмай эшләй.

Һуғыш ваҡытында 29 Өфө госпиталдәренә 150 яралы һәм ауырыуҙар ҡабул ителә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: