+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 17:42

"Онотолмаҫ осрашыуҙар" дауам итә

“Ашҡаҙар” радиоһы менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы берлектә уҙғарған “Онотолмаҫ осрашыуҙар”ға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров киләсәк.

"Онотолмаҫ осрашыуҙар" дауам итә
"Онотолмаҫ осрашыуҙар" дауам итә

“Онотолмаҫ осрашыуҙар” проекты сиктәрендә өсөнсө тапҡыр ойошторолған сара 24 ноябрҙә көндөҙгө 3-тә үтәсәк.

Илгиздең репертуары бай, ул театрҙа 70-тән ашыу роль башҡарған, улар төрлө характерҙа булыуы менән иҫтә ҡала. Комик, трагик ролдәр – һәр береһен актер ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

Режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында Илгиз Таһиров төп ролде, шағир, хөкүмәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичты уйнаны. Әйткәндәй, был роль уға ҙур уңыш килтерҙе. Фильм аша ул Бабичты йәш быуын менән осраштырҙы, күптәренең күңеленә илһам бирҙе, үҙҙәренә булған ышанысын нығытты.

Һеҙҙе “Онотолмаҫ осрашыуҙар”ҙа көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар. Ихлас аралашыу күңелегеҙҙә матур тәьҫораттар уятыр. Сара шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк.

Фото И. Таһировтың сәхифәһенән.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: