-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2021, 15:12

"Минең әкиәт" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арнап иғлан иткән "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар йәш кимәле буйынса 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәргә бүленә.  

"Минең әкиәт" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Минең әкиәт" конкурсында ҡатнашығыҙ!

 

Әкиәттәргә талаптар:

- яңы, үҙенсәлекле сюжет;

- күләме буйынса әкиәт 3 биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

 

Эштәрҙе ебәргәндә, беренсе битендә әкиәттең исемен, исем-шәрифте тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, эл.почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Әкиәттәр [email protected] адресы буйынса 5-се декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә #МинеңӘкиәт2021 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ.

Әкиәттәр, баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәп әкиәттәр республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

Конкурстың положениеһы менән танышырға: Положение Минең әкиәт.pdf (vk.com)

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: