+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2021, 23:40

Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте

"Ошо мауыҡтырғыс, иҫ китмәле сәйәхәттән һуң балалар менән төркөм эсендә кескәй генә булһа ла музей асыу эшен ойоштрорға булдыҡ. Әлегә эҙләнеү өҫтөндәбеҙ", - ти Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә Күҙәшева.

Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте

Мәктәпкәсә белем биреү осоро - баланың шәхес булараҡ үҫешенең төп дәүере. Кешенең шәхес булараҡ формалашыуына бала саҡта нигеҙ һалына, ул балалыҡтан ҡыуаныс, шатлыҡ, илһам, дәрт алып, физик һәм психик яҡтан үҫергә, тирә-йүнде танып-белергә һәм аң-белем даирәһен үҫтерергә, кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡорорға, йәшәйештә үҙ урынын таба белергә өйрәнә.

Ноябрҙең 15-нән алып 19-на тиклем беҙҙең балалар баҡсаһында өлкән төркөм балалары өсөн «Минең ауылымдағы музейҙар» исемлеге аҫтында үткәрелгән тематик аҙна ойошторолоп бик күп ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле эштәр башҡарылды.

Дүшәмбе көнө беҙ үҙебеҙҙең балалар баҡсаһындағы «Китаптар» музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Балалар бик күп төрлө китаптар менән таныштылар. Был сәйәхәттән һуң үҙебеҙҙең ауылда был музейҙан да ҙурағыраҡ, экспонаттары күберәк булған «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейы барлығы хаҡында балаларҙың иҫтәренә төшөрөп үттем. Шулай уҡ, бер нисә көндән беҙ шул музейға бәлки экскурсияға барырбыҙ, тинем. Балалар баҡсаһындағы тәрбиәләнеүселәр менән музейға сәйәхәт ҡылыу ябай эштәрҙән һаналмай. Сөнки алдан дөрөҫ итеп ойоштороу һәм ныҡлы әҙерлек талап ителә. Эйе, тап шулай. Беҙҙең “Ләйсән» балалар баҡсаһы Иҫәнғол ауылының бер осонда урынлашҡан. Ҡайҙалыр балаларҙы сәйәхәткә алып барам тиһәң, мотлаҡ автобус кәрәк була ла ҡуя. Шуныһы ҡыуаныслы, был автобус мәсьәләһен Район мәғариф бүлеге начальнигы Иҙелбаева Рәйлә Айҙар ҡыҙы менән балалар баҡсаһы мөдире Ишҡыуатова Лилиә Нәил ҡыҙы ыңғай хәл итеп торалар. Район үҙәгенә тиклем кескәй балалар менән йәйәү барып етеүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Шулай итеп, беҙҙең сәйәхәт барыу көнө, ваҡыты билдәләнде, автобус мәсьәләһе хәл ителде һәм ата-әсәләрҙән ризалыҡ алынды.

Кесаҙна көнө, йәғни 18-се ноябрь “Ҡорама йәбештереү” дәресендә Троллейбус йәбештереү темаһы торһа ла, мин был теманы Автобус темаһына алыштырып үткәрергә булдым. Ни өсөн тигәндә, балаларҙың сәйәхетенә тағын да мөғжизә индереү маҡсатында. Йомаҡты сисеп, яуабын әйттеләр. Автобус уйынсығын һәм һүрәте һәм автобустың ниндәй өлөштәрҙән тороуы, йәбештереү этабы менән таныштырып үттем. Музейға йәйәү барыуы алыҫ икәнлеге хаҡында әйтеп үткән инем, ниндәй транспорт менән барырға һуң тигәс, кемдер машина, кемдер такси, Ислам менән Динислам автобус менән барайыҡ, беҙ бит күмәк, тинеләр. Ысынлап та, әйҙәгеҙ автобус яһайыҡ тип автобус ҡағыҙҙан автобус ҡырҡып йәһәт кенә йәбештереп тә ҡуйҙы балалар.

Кейенеп тышҡа сыҡтыҡ, ә беҙҙе, өлкән башҡорт “Бал ҡорттары” төркөмө балаларын, ҡапҡа эргәһендә балалар ҡырҡып-йәбештергән кеүек һары төҫтәге автобус көтә ине. Балаларҙың ҡыуаныстар- шатлыҡтарының иге-сиге булманы, хатта күмәкләшеп: “Ура-ура ысын автобус бит, беҙҙең автобус ысын автобусҡа әйләнгән бит!” - тинеләр. Бына ҡайҙа ул мөғжизә?! Билдәле совет психологы Л.С.Выготскийҙың төп дидактик принциптарҙың береһе булған үҫтереү «дөрөҫ ойошторолған аң-белем биреү - баланың үҫешен етәкләй» тигән фекере иҫкә килеп төшә. Ысынлап та, тәрбиә эшендә эште дөрөҫ, оҫта итеп ойошторһаң ғына билдәле уңыштарға өлгәшеп була.

Музейҙа беҙҙе музей хеҙмәткәрҙәре бик йылы, матур ҡаршы алды. Иң тәүҙә экскурсовод Аслаева Ирина Фәнил ҡыҙы балаларҙы музейҙа үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Башта экскурсовод “Тәбиғәт” бүлмәһендә хайуандар һәм ҡоштар, балыҡ һөлдәһе, таштар, мамонттың мөгөҙө экспонаттарын күрһәтте. Ирина Фәнил ҡыҙы беҙҙе районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Ҡасим ағай Янбаевтың үҙ ҡулдары менән эшләп, музейға тапшырған экспонаттары менән ентекләп таныштырҙы. Ә “Археология һәм этнография” бүлмәһендә балалар халҡыбыҙҙың боронғо эш ҡоралдары, кейем-һалымдары, боронғо аҡсалар, тәңкәләр, ағас һәм еҙ һауыт-һабаларҙы, фотоаппарат, радио, телевизор кеүек экспонаттарҙы иҫтәре китеп ҡарап йөрөнөләр. Балалар экскурсоводҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы күп бирҙеләр, ә Ирина Фәнил ҡыҙы ихлас яуап бирҙе. Боронғо экспонаттарҙы балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Артабан Ирина Фәнил ҡыҙы беҙҙе “Тарих” бүлмәһенә саҡырҙы. Бында Бөйөк Ватан, Афған һуғышы осоронда ҡулланылған ҡоралдар, автомат, пулемет, тимер хәрби транспорт макеттарын балалар ентекләп, ҙур иғтибар биреп ҡараны. Беҙҙең төркөм малайҙары һуғыш ҡоралдарына мөкиббән булһалар, ҡыҙҙар һалдаттарҙың тимер һауыт-һабаларына һоҡландылар. Шулай уҡ экскурсаводттың һорауҙарына балалар дөрөҫ, тулы яуап ҡайтарҙы. Балалар музейҙың һәр бүлмәһенән ғәжәпләнеп, һоҡланып һәм шатланып-ҡыуанып сыҡты.

Шулай итеп, беҙҙең балалар, нимә ул музей, музей әйбере - экспонат, экспозиция икәнен белделәр, күрҙеләр һәм үҙҙәрен музейҙа нисек тоторға өйрәнделәр. Экскурсовод Ирина Фәнил ҡыҙы мәктәпкәсә белем алыусы балаларға тыуған яғыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында ябай, аңлайышлы итеп һөйләне. Балаларға был бик мөһим ваҡиға булды, сөнки улар ҡыҙыҡһынып яңы мәғлүмәт һәм яңы тәьҫораттар алдылар. Балалар музей хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр ҙә хушлашып автобусҡа ултырҙылар. Автобус шоферы балаларҙың сәйәхәтен тағын да йәмләп ебәреү маҡсатында балалар баҡсаһынан музейға алып килгән юл маршруты менән түгел, ә икенсе юл - Октябрь революцияһы урамы буйлап яйлап талғын ғына йөрөтөп алып ҡайтты. Ысынлап та, был сәйәхәт бик ныҡ мөғжизәле булып сыҡты. Балалар баҡсаһынан килгән һәм ҡайтҡан ваҡытта балалар автобустың тәҙрәһе аша тыуған ауылыбыҙҙың иҫтәлекле урындары һәм биналары менән танышты, иҫтәренә төшөрҙеләр.

Музейҙан ҡайтҡас,беҙ балалар менән әңгәмә үткәрҙек, кемгә нимә оҡшаны. Балалар бер-береһен бүлә-бүлә үҙҙәренең яңы тәьҫораттары менән бүлештеләр. Шулай итеп, музейға экскурсия донъяға яңыса ҡарарға ярҙам итә. Музей экспонаттары менән танышыу балаларҙы матурлыҡҡа әйҙәй. Ғәҙәти булмаған шарттарҙа булыу, кескәй экскурсанттар шуны аңлай башлай, әлбиттә зәңгәр экран һәм копьютер артында ғына ултырмайынса ла һындар, экспонаттарҙы экскурсовод менән аралашып, һорашып күрергә мөмкин икәнен. Музейға экскурсия ҡылыу балаларҙа тыуған илгә, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй, тормошта үҙҙәренең социаль тәжрибәләрен туплай, тәртип ҡағиҙәләрен үҙләштерә, донъя мәҙәниәтенә ылыҡтыра. “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейы балаларҙа мөхәббәт хисе уята, тыуған ерҙең тәбиғи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен тойорға өйрәтә, кешенең хеҙмәтенә ҡарата рәхмәтле булыу тойғоһон, ҡаҙаныштары менән ғорурланыу хистәре тәрбиәләй. Сөнки бының нигеҙендә балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү.

Ошо мауыҡтырғыс, иҫ китмәле сәйәхәттән һуң балалар менән төркөм эсендә кескәй генә булһа ла музей асыу эшен ойоштрорға булдыҡ. Әлегә эҙләнеү өҫтөндәбеҙ.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Рәсилә Күҙәшева .





Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Балаларҙың мөғжизәле сәйәхәте
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: