+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2021, 12:49

Билалдар - әкиәт илендә

"Беҙ әкиәттәр илендә булған балалар күңеленә яҡшылыҡ орлоҡтары һалдыҡ", - ти Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова.

Билалдар - әкиәт илендә
Билалдар - әкиәт илендә

Билал ауыл китапханаһында "Яҙыусы - шәхес - ижад" проекты сиктәрендә яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың "Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ" әкиәтен IV класс уҡыусылары менән яҡындан өйрәндек. Китапхана дәресендә клуб мөдире Айгөл Нуритдин ҡыҙы етәкселегендәге театр түңәрәге ағзалары әкиәтте матур итеп сәхнәләштереп күрһәтте. Уҡыусыларҙың төрлө ролгә инеп һөйләүҙәрен таң ҡалып тыңланыҡ. Декорация бик уңышлы эшләнгән. Ҡарт сысҡан менән сысҡан әбей, тыңлауһыҙ, шуҡ сысҡан ҡыҙы менән малайы, ярғанатҡа әйләнгән сысҡан әсә - быларҙың барыһын да Айгөл үҙ ҡулы менән эшләгән. Илүзә Нурислам ҡыҙы дәрескә йомғаҡ яһап: "Таңсулан Ғарипованың әкиәте аша балалар ата - әсә ҡәҙерен белергә, яҡшы менән насарҙы айырырға, кешегә ауырлыҡ килгәндә ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәклеге тураһында аңланы", - тине. Шулай итеп, беҙ, әкиәттәр илендә булған балалар күңеленә яҡшылыҡ орлоҡтары һалдыҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: