+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 10:57

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларында ата-әсә түләүе арта

2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә ата-әсә түләүе көнөнә 157 һум була.

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларында ата-әсә түләүе арта
Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларында ата-әсә түләүе арта

Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитетта максималь сумма билдәләнә, ата-әсәләр балаларының мәктәпкәсә учреждениеға йөрөгәне өсөн ошо хаҡты түләргә тейеш. Балалар баҡсалары үҙҙәре уны арттыра алмай.

2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә ата-әсә түләүе көнөнә 157 һум була. Шундай уҡ юғары хаҡтар Стәрлетамаҡта – тәүлегенә 150 һум, Октябрьскийҙа – 132, Нефтекамала – 131. Ҡалалар араһында иң түбән хаҡ Ағиҙелдә – көнөнә 115 һум.

Райондар араһында иң ҡиммәт хаҡ - Өфө (153 һум), Яңауыл (140), Иглин (132), Бәләбәй (131), Ишембай (124) райондарында.

Иң түбән хаҡ - Әбйәлил районында, бында бер көн өсөн 102 һум түләргә кәрәк.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: