+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 10:42

Башҡорт ҡашмауына ғашиҡ булдылар

Мордва республикаһында бөгөн башланған медиа-мәғариф форумында "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәре Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Башҡорт ҡашмауына ғашиҡ булдылар
Башҡорт ҡашмауына ғашиҡ булдылар

Шумбрат, финн-уғыр, туған телдәр һәм башҡорт ҡашмауы. Уларҙы нимә берләштерә?

Мордва республикаһының баш ҡалаһы Саранскийҙа бөгөн медиа-мәғариф форумы старт алды.

Уның сиктәрендә туған телдәрҙе популярлаштырыуға арналған блог-тур ҙа уҙа. Ҡаҙаҡ, мордва, сыуаш, алтай, татар, мари, башҡорт - блог-турҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылғандар.

"Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова Башҡортостан, башҡорт халҡы исеменән сығыш яһай.

"Журналист, блогер булараҡ Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ресурс үҙәге, Волга буйы финн-уғыр халыҡтары мәҙәниәте үҙәге ойошторған медиа-мәғариф блог-турында ҡатнашып, Башҡортостан, башҡорт милләте исеменән сығыш яһайым. Блог-турҙың беренсе көнөндә Мордва дәүләт университетында  "Шумбрат, Финно-угрия туристическая!" медиафорумын асыу тантанаһы үтте, Мордва республикаһы хөкүмәте вәкилдәре, этноблогерҙар, ғилми һәм ижади интеллигенция ҡатнашлығында этнотуризм хаҡында түңәрәк өҫтәлгә йыйылдыҡ. Әсәйем ҡулдары менән эшләнгән ҡашмау иғтибар үҙәгенә әйләнде: гәзиткә лә фотоға төшөрҙөләр, телевидение тарафынан да интервью алдылар, ҡыҙыҡһыналар, һорашалар, фотоға мәңгеләштерәләр. Ҡайҙа барһаң да, милләтеңдең үҙенсәлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып йөрө - ошо хаҡиҡәткә йәнә инандым", - тип тәүге тәьҫораттары менән бүлеште ул.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: