+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2021, 14:19

"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"

Түбәнге Сортом йәкшәмбе мәктәбе “Югра-Башҡортостан мәҡәл һәм әйтемдәрендә - халыҡ аҡылы” тип аталған онлайн-дәрес үткәргән.

"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"

 Унда Сорғот, Нижневартовск, Лянтор, Түбәнге Сортом ҡаларынан балалар ғына түгел, әсәйҙәр, өләсәйҙәр ҙә ихлас ҡатнашҡан. “Беҙ төрлө булһаҡ та, уйлаған уйҙарыбыҙ бер”, - тигән фекергә килгән улар дәрес һуңында.

Дәрестең төп маҡсаты: Югра халҡының йәшәү рәүеше, ханты, мансы халҡының мәҡәл-әйтемдәре менән таныштырыу. Шулай уҡ башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөү, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһындырыу, төрлө милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү булып торған.

Мауыҡтырғыс дәрестән һуң балалар мәҡәл-әйтемдәр буйынса һүрәттәр төшөргәндәр. 

"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
"Мәҡәл-әйтемдәрҙә - халыҡ аҡылы"
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: