+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2021, 13:39

Башҡортостанда «Хогвартс-экспресс» йөрөй башланы

14 ноябрҙә уникаль экскурсия поезының беренсе рейсы юлға сыҡты, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы. «Хогвартс-экспресс» Стәрлетамаҡ — Аҡкүл — Стәрлетамаҡ маршруты буйынса йөрөй. Экскурсия ике сәғәт дауам итә.

Башҡортостанда «Хогвартс-экспресс» йөрөй башланы
Башҡортостанда «Хогвартс-экспресс» йөрөй башланы


Пассажирҙар яратҡан персонаждары Добби, Беллатриса Лестрейндж, Хагрид һәм башҡалар оҙатыуында поездың стилләштерелгән вагонында ултырып йөрөй. Бынан тыш, «Хогвартс-экспресс» пассажирҙары тылсымлы таяҡтар, тылсым мәктәбенән хаттар ала, мөғжизәле төшкө аш менән һыйлана. Экскурсия ваҡытында балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге бар, был да сәфәр хаҡына инә. Киләһе поездар 21 һәм 28 ноябрҙә юлға сыға.

Экскурсияның хаҡы - 2500 һум, алдан түләү - 1250 һум. Ойоштороусылар әйтеүенсә, 21 ноябргә «Хогвартс-экспресс» поезына урындар юҡ, ә 28 ноябргә бар әле. Бөтәһе өс рейс башҡарыла.

Башҡортостаным/Яңылыҡтар төркөмөнән.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: