+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 22:04

Силәбелә – Аҡмулла айлығы

Силәбе өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулла айлығы иғлан ителде. Ул күренекле мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала.

Силәбелә – Аҡмулла айлығы
Силәбелә – Аҡмулла айлығы

Бөйөк шағир исемен йөрөткән урындағы әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин әйтеүенсә, өлкәлә айлыҡҡа ярашлы байтаҡ саралар планлаштырылған.
«Программала төбәк-ара поэтик конкурс, сәсәндәр әйтеше, “Өс мөғжизә” тип аталған ижади бәйге, шағирҙың Ҡәҙер һәм хәтер кисәһе, мәктәп уҡыусылары араһында “Аҡмулла уҡыуҙары” фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы, шулай уҡ өлкән публика – китапханасылар, уҡытыусылар – өсөн “Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһы. Аҡмулла – мәшһүр мәғрифәтсе, шағир” тигән ғәмәли конференция ҡаралған”, – тине Ҡамса Мортазин.
Билдәле булыуынса, 14 декабрь Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, был көн республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Әлеге айлыҡ та тап 14 декабрҙә тамамланасаҡ.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: