“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла “Артек”та сәләмләүемә шатмын. Лагерь икенсе йыл рәттән “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын ҡолас йәйеп ихлас ҡаршы ала.
Конкурс еңеүселәрен ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙ үҙегеҙҙе, һәләттәрегеҙҙе, шәхес булараҡ яҡшы сифаттарығыҙҙы күрһәттегеҙ. Афариндар!
Финалистарҙың барыһын да тәбрикләйем: һеҙ ҙә яҡшы һөҙөмтәгә ирештегеҙ.
Күптәрегеҙгә еңеүгә барып етергә саҡ ҡына ҡалды, был киләһе йылдарҙа яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә дәртләндерер.
Барығыҙ ҙа лайыҡлы рәүештә яңы бейеклеккә үрләнегеҙ, һәм һәр берегеҙҙең “Ҙур тәнәфес”тең ябай конкурс булмағанына төшөнгәненә иманым камил – был дуҫтарса мөхит һөргән, ил буйлап меңләгән йәш быуынды берләштергән команда, фекерҙәштәр ҡоро, бында һәр кемгә лә ҡәҙер һәм ихтирам күрһәтелә, уларға үҙҙәренә, көстәренә ышанырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итәләр.
“Ҙур тәнәфес” үҙе лә үҫешә, бында һеҙҙең идеяларығыҙҙың һәм тәҡдимдәрегеҙҙең роле ҙур. Конкурста яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә, төбәк-ара командалар төҙөлә, был йылдың башында “Изге шәмбе” ирекмәнлек акцияһы старт алды. Ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле эштә ҡатнашыуҙан тыш, уның төҙөүсеһе булыу бик яҡшы күренеш”, - тиелә сәләмләүҙә.
Ил башлығы шулай уҡ уҡытыусыларға, остаздарға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, еңеүселәргә, финалистарға мөрәжәғәт итеп, уларҙың һайлаған һөнәрҙәрендә уңыш күрһәтеүенә ҙур ышаныс белдерҙе.
“Был бик мөһим, сөнки мәктәп уҡыусыларының, йәш быуындың яулаған уңыштары ил киләсәген билдәләй”, - тине Владимир Путин.