Яңылыҡтар
15 Ноября 2021, 06:23

Башҡортостандан 11 бала “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған

“Ҙур тәнәфес” – үҙен һәм донъяны үҙгәртергә ынтылған балалар өсөн тәғәйенләнгән конкурс. Бында баһалар түгел, ә үҙенсәлекле фекер йөрөтөү мөһим.

Башҡортостандан 11 бала “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағанБашҡортостандан 11 бала “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған
Башҡортостандан 11 бала “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған

8-9 кластар өсөн 200 мең һум күләмендәге аҡсалата приз ҡаралған, был сығымдар техникаға һәм  кәрәкле ҡоролмаларға китәсәк.

10-11 кластар өсөн тәғәйенләнгән 1 миллион һум уларға юғары уҡыу йорттарына инергә, үҙ проекттарын бойомға ашырырға  ярҙам итәсәк.

Быларҙан тыш, еңеүселәргә Рәсәй юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн портфолиоларына балдар өҫтәләсәк.

“Ҙур тәнәфес” – үҙен һәм донъяны үҙгәртергә ынтылған балалар өсөн тәғәйенләнгән конкурс. Бында баһалар түгел, ә үҙенсәлекле фекер йөрөтөү мөһим.

“Ҙур тәнәфес”тә һәр бала күңеленә ятҡан йүнәлеш һайлай ала: журналистика, спорт, экология, ижад, илһөйәрлек һәм башҡалар.

Конкурстың финалы “Артек” лагерында үтә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас