+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2021, 09:15

Балалар Миңлеғәли Шайморатов менән танышты

Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын иҫкә алыу маҡсатында, 13 ноябрь Башҡортостан Республикаһында иҫтәлекле көн булып билдәләнә. Сөнки 1941 йылдың 13 ноябрендә милли ғәскәрҙәр берләшмәһен ойоштороу тураһында СССР оборонаһының Дәүләт комитеты ҡарары ҡабул ителә. Ошо иҫтәлекле көн уңайынан, Башҡорт тарихы йылына арнап, “Шайморатовсылар – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар яугирҙары” исеме аҫтында Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында матур  саралар ойошторолған.

Балалар Миңлеғәли Шайморатов менән танышты
Балалар Миңлеғәли Шайморатов менән танышты

 

Көнбағыш” уртансылар төркөмө балалары (тәрбиәсе Рәсимә Ҡадырова) Миңлеғәле Шайморатовтың фотоһүрәтен ҡарап, әңгәмә ҡороу аша батыр менән танышһа, “Ал елкәндәр” (тәрбиәсе Әлиә Ғәбитова), “Аҡбуҙат” өлкәндәр төркөмө (тәрбиәсе Зимфира Торомтаева) һәм “Бал ҡорттары” мәктәпкә әҙерлек төркөмө (тәрбиәсе Рәмилә Арсланова) тәрбиәләнеүселәре өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор, Рәсәй Федерацияһы геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның ҡаһарман яуҙаштары тураһында әңгәмә үткәрелде, башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Баймырҙина тарафынан милли геройыбыҙҙың тормошон, үлемһеҙ батырлығын данлаған видеояҙма күрһәтелде.
Легендар батырыбыҙ һәм уның дивизияһы тураһында бик фәһемле мәғлүмәт туплағандан һуң, кескәйҙәр, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яҡшы белгән дәртле «Шайморатов генерал» йырын батырҙарса күтәренке рух менән дәртләнеп башҡарып, халҡыбыҙҙың батыр улын иҫкә алып, уға дан йырланы.

Ә “Сулпылар” мәктәпкә әҙерлек төркөмө (тәрбиәсе Винера Байсурина) тәрбиәләнеүселәре был йырҙың йөкмәткеһен өйрәнде.

Башҡорттар китте һуғышҡа,

Оҙатып ҡалды күк Урал,

Ат уйнатып, алдан бара,

Шайморатов генерал.

Йырҙа халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов данланғанын, башҡорт ир-егеттәре Тыуған илен һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағанлығын, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булыуы тураһында балаларға аңлатылды.

Шулай итеп, ойошторолған саралар аша, кескәйҙәребеҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Башҡортостанда төҙөлөүе, унда башҡорт ир-егеттәренең үҙ аттары менән һуғышҡа вагондарға тейәлеп оҙатылыуы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергәнлеген белеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәрен буласаҡ ысын батырҙар итеп хис итте. Сөнки “Батыр үҙе үлһә ләданы – мәңгелек”, Тыуған илен, ерен дошмандарҙан һаҡлап ҡыйыу алышҡан батырҙарыбыҙҙың исеме мәңге йәшәй, тигәнгә инанды улар.

 

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы

3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының

башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Баймырҙина.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: