+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2021, 15:57

Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте

12 ноябрь Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә «Башҡортостан Республикаһының полилингваль һәм милли мәктәптәренең үҫеш стратегияһы” темаһы буйынса форсайт-сессия үтте. Сарала “СМАРТ” мәктәбе коллективы менән берлектә Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары ҡатнашты.

Эш процессында сессияла ҡатнашыусылар белем биреү системаһының үҫешен билдәләүсе төп трендтарҙы билдәләне, 2030 йылға тиклем полилингваль һәм милли мәктәптәрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлектең оптималь алгоритмын төҙөнө.
Сарала киләсәктә мәғариф системаһы ниндәй үҙгәрештәр кисерер, киләсәк уҡыусы һәм уҡытыусы ниндәй булыр, дәрес форматы нисек ойошторолор кеүек ҡыҙыҡлы һорауҙар күтәрелде. Төркөмдәрҙә эшләгән уҡытыусылар “Уҡыусы - 2030”, “Трендтар”, ”Уҡытыусының эш көнө һәм дәрес форматы”, “Киләсәк” буйынса проекттар тәҡдим итте.
Сара 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбе һәм Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү менән тамамланды.

Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Дим районы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә ҙур сара үтте
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: