Ер ҡаҙыусылар 3 метр тәрәнлектә йомро таштарға юлыҡҡан. Кешеләр шунда уҡ үҙенсәлекте табышты фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. «Асҡар» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти булмаған ҡомартҡыларҙы Таштимер ауылы эргәһендә тап иткән.
Уларҙы ер аҫтынан экскаватор водителе Ришат Харисов соҡоп сығарған. Ул был ваҡытта сүп-сар ҡыйлығында рекультивация эштәре алып барған булған. Төрлө диаметрҙағы таштар үҙенең йомро булыуы менән айырыла.
Сәйер таштарҙың ҡайҙан килеп сығыуы әлегә билдәһеҙ. Кемдер, уларҙы боронғо кешеләрҙең һуғыш ҡоралы тип атаһа, ҡайһы берәүҙәр диңгеҙ менән бәйләй. Сөнки Әбйәлил районы ерҙәре ваҡытында һыу аҫтында булған тигән мәғлүмәт бар.
Диңгеҙ кипкәндән һуң был урында тауҙар барлыҡҡа килгән. Табылған таштарҙың сере шуның менән бәйле булыуы ихтимал.
BASH.NEUS сайтынан