Пермь крайында күпләп йәшәгән Ғәйнә ырыуы башҡорттары араһынан күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ултырыш тап ошо темаға арналды.
"Билдәле рәсәйлеләр - Ғәйнә башҡорттары" түңәрәк өҫтәлендә Башҡортостан республикаһы, Пермь крайы вәкилдәре сығыш яһаны.
Тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышындағы башҡорт юлбашсыларына китап арнаған.
Ул үҙенең докладында юлбашсылар хаҡында һөйләне. Ғалим шулай уҡ Рәсәйҙәге тау мәктәбенә нигеҙ һалыусы мәшһүр Ғәйнә башҡорто, мәғдәнсе Исмәғил Тасимов хаҡында ла бәйән итте.
"Исмәғил Тасимов Рәсәйҙәге тәүге техник юғары уҡыу йорто — Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. 1770 йылда ул тау эше буйынса белгестәр әҙерләү өсөн училище асыу, уға аҡса бүлдертеү тәҡдиме менән Берг-коллегияға мөрәжәғәт иткән. 1773 йылда Екатерина II указы менән ошондай юғары уҡыу йорто асылған", - тиелә докладта.
Ғәйнәләрҙең тағы ла бер сағыу тарихи шәхесе бар - Туҡтамыш Ижбулатов. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы - был шәхес хаҡында тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев бәйән итте.
Филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов билдәле дин белгесе Баһадиршах әл-Ғәйнәүигә доклад арнаны.
Пермь крайы башҡорттарын туплаған "Ҡоролтай" ойошмаһы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәнов үҙенең сығышында арҙаҡлы Ғәйнә башҡорттарының исемее мәңгеләштереү һорауын күтәреп сыҡты, был юҫыҡта эш нисек барғаны хаҡында һөйләне.
"Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым" проектын бойомға ашырабыҙ. Былтыр проект сиктәрендә Барҙа районында Туҡтамыш Ижбулатовҡа һәйкәл ҡуйылды. Хәҙер был һәйкәл милләттәштәребеҙҙең, башҡорт йәмәғәтселегенең йыйылыу урыны. Күптәр, айырыуса йәштәр, Туҡтамыш Ижбулатовтың шәхесе тарихы менән ҡыҙыҡһына. Ошо һорауҙарға яуап бирер һәм, ғөмүмән, Ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең хәтерен мәңгеләштерер өсөн беҙ «Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым алтын китаптарҙа» тип исемләнгән проект булдырҙыҡ", - тине ул.