Шаһийән Миңлеғәлиев 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Рәсәй ҡалаларында эшләй. Башҡортостанға ҡайтҡандан һуң, төбәк тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай.
“Ул рухи тамырҙарҙы юлланы. Шәжәрә төҙөнө. Ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итте, асылыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итте”, - ти Шаһийән Миңлеғәли улының туғаны Рәмил Миңлеғәлиев.
“Ул ысын патриот булды. Рухыбыҙҙы күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итте...” Шулай тип хәтергә ала яҡташтары тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевты.
“Атайым һалдат булды. 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаны. Ул киң күңелле, ихлас кеше ине”, - ти Шаһийән Миңлеғәлиевтың улы Олег. Олег Шаһийән улы - хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй.
“Шаһийән Миңлеғәлиев – ғорурланырлыҡ шәхес. Беҙ уның хаҡында йәш быуынға һөйләйбеҙ”, - ти крайҙы өйрәнеүсенең ауылдашы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мөсәбирә Имаева.
5 ноябрҙә Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ул Шишмә районында ерләнгән.