+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2021, 15:10

Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!

"Яңы Аҡтанышбаш ауылынан сыҡҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын иҫкә алдыҡ, Аҡбуҙатты һүрәткә төшөрҙөк"

Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылы балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө балалары бер көнөн илһөйәр рухта үткәргән - Яңы Аҡтанышбаш ауылынан сыҡҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын иҫкә алып, таҡтаташҡа сәскәләр һалған.

Балалар яугирҙар хаҡында махсус дәрестә тыңлап, мәғлүмәт туплаған, "Шайморатов генерал" йырын өйрәнгән.

"Башҡорт аттарын әүәләнек, балаларға ғына хас саф, яҡты хыялдар менән бүлештек, Аҡбуҙатты һүрәткә төшөрҙөк", - ти тәрбиәселәр.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: