+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2021, 00:37

Уҡыусылар урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә

Бекетов мәктәбе Ҡырмыҫҡалы районының инициативалы бюджетлау проектында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған дүрт мәктәп составына керҙе.  Проекттар 14 йәштән өлкәнерәк уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә нигеҙләнергә һәм урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш.

Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә

Октябрҙә балалар проекттар төҙөү, һайлап алынған инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыу, яуаплы кешеләрҙе билдәләү, субсидия суммаларын дөрөҫ иҫәпләргә өйрәнеү буйынса курстар уҙҙылар.

Һөҙөмтәлә биш проект әҙерләнгән, улар төрлө саралар ойоштороу, уҡыусылар өсөн ял итеү зоналарын төҙөкләндереү һ. б. менән бәйле. "Бындай саралар балаларҙы ижади процесҡа йәлеп итергә һәм уларҙың ихтыяждарын асыҡларға ярҙам итә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса "Телдәрҙе өйрәнеү буйынса заман мобиль интерактив лингафон класы” проекты еңде", - тип бедерә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлгөнә Кәлимуллина.

Проекттар менән Школьные будни с.Бекетово төркөмөндә танышырға мөмкин.

Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы  мәсьәләләрҙе хәл итә
Уҡыусылар урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: