Проект сиктәрендә белем биреү усаҡтарында башҡорт халҡының фольклорын, телен, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса сараларҙың сценарийҙарына Республика конкурсы уҙҙы. Тәрбиәселәр башҡорт филологияһы факультеты белгестәре етәкселегендә «Башҡорт теле буйынса мәктәпкәсә белем биреү педагогы»тигән һөнәри әҙерлек курстары үтте. Уҡыу барышында балалар баҡсаларында башҡорт теле дәрестәрен өйрәнеү өсөн уҡытыу-методик әсбаптар эшләнде. «Минең донъям» 3-4 йәшлек балалар менән эшләү өсөн булһа, ә «Тыуған яғым» тигән ҡулланма 5-6 йәшлек балалар менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән.
12 ноябрҙә БДПУның башҡорт филологияһы факультетында проектҡа йомғаҡ яһау, тәрбиәселәрҙең белемен күтәреү һәм методик проекттар презентацияһы тураһында таныҡлыҡтар тапшырыласаҡ.