+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2021, 13:04

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыу буйынса беренселәр иҫәбендә

Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған.

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыу буйынса беренселәр иҫәбендә
Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыу буйынса беренселәр иҫәбендә

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғылар иҫәбенә инде. Был хаҡта Росстат башлығы Павел Малков хәбәр итә.

Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған. Павел Малков әйтеүенсә, бөтәһе 133,5 миллион кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан, был иһә илебеҙ халҡының дөйөм баһалау һанынан 91,6 процент. Күпселек төбәктәрҙә әлеге күрһәткес — 80-90 процент.

Цифрлаштырыу иҫәбенә оператив йомғаҡтар быйыл декабрҙә үк билдәле була, 2022 йылдың ғинуарында ентекле йомғаҡ яһала, ә тулы һөҙөмтәләр киләһе йыл дауамында иғлан ителә, элек бының өсөн 3-4 йыл кәрәк булды.  Иҫәп алыу йомғаҡтары менән бөтә власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары файҙалана (күләмле федераль һәм төбәк программаларын, проекттарын әҙерләүҙән алып айырым инфраструктура объекттарын: юлдар, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөү тураһында ҡарарҙарға тиклем).  

Башинформ.

Фото serdalo.ru сайтынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: