+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2021, 14:34

"Балаларымды башҡорт тип яҙҙырҙым"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та тарихи сараға ҡушылған. 

"Балаларымды башҡорт тип яҙҙырҙым"
"Балаларымды башҡорт тип яҙҙырҙым"

Рәсәй буйлап Халыҡ иҫәбен алыу дауам итә.

"Башҡортостанда иҫәпкә тороусылар һаны дүрт миллиондан артты", - тип хәбәр итә республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Башлыҡ үҙе лә иҫәпкә теркәлгән.

"Һорауҙары ҡыҙыҡ. Беҙ ғаиләлә биш кеше, мин күп балалы атай. Мин үҙемде һәм балаларымды башҡорт итеп яҙҙырҙым", - ти ул.

Радий Хәбиров Халыҡ иҫәбен алыу сараһын тарихи, ҙур ваҡиға тип иҫәпләй. Тап ошо кампания арҡылы халыҡтың ҡайҙа нисек йәшәгәнен, улар хаҡында тулы мәғлүмәтте, ә тәғәйен: милләтен, йәшен, белем кимәлен, һөнәрен белеп була.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: