+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2021, 22:42

Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Биш кешенән торған ғаиләһен дә өҫтәгән. Ә балаларын кем тип яҙҙырған?

Радий Хәлиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты
Радий Хәлиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

 

– Бөгөн республикалағы иҫәп алыусылар дүрт миллионлыҡ сикте үтте. Был ҡыуаныслы хәл, сөнки халыҡ сараға күпләп йәлеп ителә. Иҫәп алыуҙа мин дә ҡатнашырға булдым, биш кешенән торған ғаиләмде өҫтәнем. Ике ҡыҙым үҫеп етте, улар айырым йәшәй. Шуға минең менән бергә Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе генә яҙҙым. Бер өлкән һәм ике бәләкәс башҡортто өҫтәнем. Улдарым әле бәләкәй, шуға күрә ҡатыным менән улар милләте буйынса башҡорт тип ҡарар иттек, – тине Радий Хәбиров. – Иҫәп алыуҙағы һорауҙар бик ҡыҙыҡлы, уларҙы иғтибар менән өйрәнергә, ваҡыт бүлергә кәрәк. Гражданлығым берәү – Рәсәй Федерацияһы. Башҡаса булыу ҙа мөмкин түгел. Уны алмаштырманым, алмаштырырға ла йыйынмайым, уның менән ғорурланам. Дүрт телде беләм: туған телдәрем – башҡорт һәм рус, сит телдәр – төрөк һәм инглиз.

Башҡортостан Башлығы иҫәп алыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Был эш һөҙөмтәһендә республика халҡының киң тармаҡлы структураһын беләсәкбеҙ, шул иҫәптән муниципалитеттар буйынса. Ул ресурстарҙы дөрөҫ билдәләү, халыҡтың сифат, йәш, белем, һөнәри составын аныҡ асыҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҡала һәм ауылдарҙа халыҡтың күсеү динамикаһын күрергә тейешбеҙ. Ун йыл һайын ярайһы уҡ күләмле үҙгәрештәр була. Иҫәп алыу ярҙамында беҙ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе аласаҡбыҙ. Был бик мөһим. Бюджеттан бүленгән һәр һумдың һөҙөмтәлелеге юғары булырға тейеш. Ә быға беҙ ошо аҡсаның мөмкин тиклем күберәк кешеләргә ярҙамы тейгән осраҡта ғына өлгәшә алабыҙ. Шуға күрә әле иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырмағандарҙы быны мотлаҡ эшләргә саҡырам.

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо турала яҙма ҡалдырҙы. “Бөгөн мин үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Әлегә быны эшләп өлгөрмәгәндерҙең барыһын да ваҡыт табырға саҡырам. Әйткәндәй, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыу бик ҡыҙыҡлы, хатта мауыҡтырғыс. Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙҙы ул.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: