Башҡортостанда ғына 17 йәшкә тиклем яҡынса 130 бала яман шеш менән ауырый. Диспансер күҙәтеүе аҫтында 850 бала иҫәпләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шуға күрә беренсе бурыстарының береһе итеп балалар онкология үҙәген бурысын ҡуя.
"Республика балалар клиникаһы дауаханаһынан алыҫ түгел үҙәк төҙөргә йыйынабыҙ, федераль кимәлдә матди ярҙам алырға ла өлгәштек, оҙайлы ваҡыттан һуң тура майҙанға сыҡтыҡ", - тип хәбәр итә ул.
Проект буйынса, Республика балалар яман шештән дауаланыу үҙәге ете ҡатлы бинанан торасаҡ. Уның сиктәрендә 10 урынлы көндөҙгө стационар, 31 урынлы онкология бүлеге, ошо уҡ күләмдәге гематология бүлеге, ете урынлы реанимация һәм интенцив терапия бүлеге, алты урынға тәғәйенләнгән мейе күсереү бүлеге, операция эшләү бүлеге эшләйәсәк.